Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 76.03 90.98

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы.

2026 йылдың 29 ғинуарында Салауат ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһының ултырышы үтте.

Комиссия уҙған йылға йомғаҡ яһаны һәм 2026 йылға эш планын раҫланы. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирина Александровна Борисова комиссия ағзаларының уҙған йылдағы эшмәкәрлегенең юғары һөҙөмтәлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәләнгән сараларҙың барыһы ла уңышлы тормошҡа ашырылды, ә Салауат ҡалаһының ыңғай эш тәжрибәһе тел сәйәсәте буйынса республика комиссияһы ултырыштарында күрһәтелде.
Артабан Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы директоры И.Ғ. Фәхретдинова телдәр тураһындағы законды үтәү буйынса белем биреү учреждениеһының эш тәжрибәһе һәм гимназия уҡыусыларының ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.

Әйтергә кәрәк, Комиссия ағзалары, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттарын күҙ уңында тотоп, тышҡы рекламаның, ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың атамалары яҙылған алтаҡталарҙың мотлаҡ башҡорт һәм рус телдәрендә булыуы кәрәклегенә айырым баҫым эшләне. Был талаптар йыл һайын Хакимиәт тарафынан ебәрелгән рәсми белдереүҙәр ярҙамында бөтә учреждениеларға һәм компанияларға еткерелә, шулай уҡ власть органдарының рәсми сайтында социаль селтәрҙә баҫыла. Мониторинг даими нигеҙҙә уҙғарыла.
__________________________
Заседание Комиссии по реализации закона о языках народов Республики Башкортостан.

29 января 2026 года в Овальном зале администрации городского округа города Салават прошло заседание Комиссии по реализации Закона Республики Башкортостан «О языках народов Республики Башкортостан».

Комиссией были подведены итоги работы за предыдущий год и утверждены планы на наступивший период. Заместитель главы администрации по социальным вопросам Ирина Александровна Борисова подчеркнула высокую эффективность деятельности членов комиссии в минувшем году. Все намеченные мероприятия успешно реализованы, а положительный опыт работы города Салавата широко представлен на заседаниях республиканской комиссии по языковой политике.

Директор Башкирской гимназии №25 г. Салавата Фахретдинова И.Г. поделилась положительным опытом работы образовательного учреждения по выполнению Закона о языках.

Члены комиссии единогласно одобрили проект плана работы на 2026 год, особое внимание уделив соблюдению требований оформления документов и наружной рекламы на государственных языках. Нормативные правовые акты Российской Федерации и Республики Башкортостан обязывают оформлять вывески с наименованиями организаций и предприятий на русском и башкирском языках. Эти требования ежегодно доводятся до всех учреждений и компаний посредством официальных уведомлений, отправляемых администрацией, а также публикуются на официальном сайте органов власти в социальных сетях. Мониторинг проводится на постоянной основе.

#Салават #Комиссияпоязыкам
687

Оставить сообщение: