Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 79.43 93.81

Бөгөн, 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Был мөһим сара башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында,

Бөгөн, 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Был мөһим сара башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабренән башлап үткәрелә.
Ул башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала.
Был мөһим ваҡиға беҙгә туған телебеҙҙең байлығы һәм матурлығы, уның тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ өсөн әһәмиәте тураһында иҫкә төшөрә.
Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе.
Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Һәр башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!
Байрам менән!
308

Оставить сообщение: