Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 82.84 97.89

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. (Т. Бураҡаева)

12 сентябрь – Милли костюм көнө. Беҙҙең республикабыҙҙа был көн 2020 йылдан алып билдәләнә. Республикабыҙҙа Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был көн төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, татыулыҡты нығыта, милли костюмдарыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә барыуына булышлыҡ итә.

Башкортостан-многонациональная республика, на территории которой в дружбе и согласии проживают представители более 160 различных национальностей. Каждый из них имеет свою культурную специфику: его можно увидеть в национальном костюме.

Горячо поздравляем представителей разных культур и национальностей с Днем национального костюма народов Республики Башкортостан!

#МиллиКейемКөнө2025 #ДеньНациональногоКостюма2025 #КостюмБашкортостан2025
402

Оставить сообщение: